0%

Йәш имән(шиғыр). Сафуан Әлибай

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Йәш имән (шиғыр )
автор Сафуан Әлибай
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Йәш имән


Тәҙрәм алдында
Үҫә йәш имән.
Һалҡындыр уға,
Инде ҡыш килгән.
Һары япраҡтар
Һибелгән ергә.
Йәш ботаҡтары
Бөгөлгән ергә.
Әйтерһең, улар
Илаша шулай.
Ҡыҙғанып уны,
Өндәштем былай:
— Дуҫҡайым, —
            тинем, —
Ҡыйындыр, беләм,
Тартышып йәшәү
Ел-дауыл менән.
Имәнем шул саҡ
Турайып баҫты
Һәм ғорурланып
Бер серен асты:
— Ел-дауылды, — ти,
Бер ҙә күрмәһәм,
Йәш сағымдан уҡ
Нығып үҫмәһәм,
Булмаҫ ҡеүәтем...
 
 


1988 йыл